+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Ғинуар 2023, 10:39

Һаулыҡ һуҡмағы” һинеке, минеке, беҙҙеке!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  тәҡдиме буйынса  «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты 2020 йылда старт алды һәм бөгөнгө көндә  бер нисә йүнәлештә бик уңышлы эшләп килә.  

Ул республикала йәшәгән оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән.  Кемдең күпме йәшәре маңлайына яҙылған, тыуым менән үлемде кисектереп булмай, тигәнерәк һүҙбәйләнештәр аша халҡыбыҙҙың ғүмергә мөнәсәбәте һиҙелеп ҡалғандай. Әммә был мәҡәлдәр, моғайын, булған хәлгә күнеү, артыҡ ҡайғы-һағышҡа бирелмәү, хәсрәтле кешене йыуатыу өсөн дә әйтеләлер. Яҙмышҡа, Хоҙайға ышаныу үҙеңдең сәләмәтлегеңә ҡул һелтәп ҡарауҙы аңлатмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип,  оло йәштәге әүҙем   языковалылар, заманында  бик яуаплы вазифалар башҡарған һәм үҙ эшенә бик етди ҡараған Рәфхәт Сәйделислам улы Асаев етәкселегендә, ҡасаба ситендәге ылыҫ ағастарынан торған урман полосаһын таҙартып, “Һаулыҡ һуҡмағы”н булдырып,  төркөмдәре менән ҡышын унда күмәкләп саңғы шыуып, йәйен скандинав таяҡ менән йә булмаһа еңел атлетика менән шөғәлләнеп, саф һауала етеҙ уйындар уйнап, “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” проектына әүҙем ҡушылып та киттеләр. Сөнки оҙон ғүмерлелек ул сәйәхәт итеү генә түгел, ә көндә физик күнегеүҙәр ҙә эшләү ҙә бит.. Ҡартайыу – ул мускулдарҙың эшләмәй тороуы арҡаһында бушауы, мөсһөҙләнеүе икән. Хәрәкәт ярҙамында уларға көс инә, хатта һырҙар яҙыла, артыҡ майҙар китә. Шатлыҡ гормондары тап хәрәкәтләнгән саҡта барлыҡҡа килә икән.

Төркөмдәштәрҙең Яңы йылды ла“Һаулыҡ һуҡмағы”нда ҡаршылауҙары үҙе бер мөғжизәгә тиң булды. Урман уртаһында биҙәлгән шыршының балҡып ултырыуы ла, алыҫтан  Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың ҡунаҡҡа  килеүе лә, йырлап-бейеп шиғырҙар һөйләп бүләктәр алыу ҙа, усаҡта бешкән ҡайнар аш та, самауыр сәйе лә - мөғжизә түгелме ни?!

Һәр беребеҙҙең үҙе яратҡан, тәнен яҙҙырған, хәрәкәтләндергән шөғөлө, хәстәре бар. Әле бына күпертеп ҡар яуып һалды. Төркөмдәштәр  шатлана-шатлана, саңғыларын тотоп, “Һаулыҡ һуҡмағы”на ашыҡты. Ә был һуҡмаҡ ҡайҙа илтә, беләһегеҙме? Дөрөҫ! Бер-беребеҙгә! Беҙ аралашыуҙан көс алабыҙ, хәрәкәтләнеүҙән сәләмәтләнәбеҙ. Ә  сәләмәт тәндә сәләмәт рух. Быны “Һаулыҡ һуҡмағындағы”лар бик яҡшы белә!

Гөлфирә Әхмәтшина.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: