+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Ғинуар 2023, 14:19

Туймазыла махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәхилләштеләр

Айҙар Чумак контракт хеҙмәте матросы булған. Уға 23 йәш ине.

Туймазыла махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәхилләштеләр
Туймазыла махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәхилләштеләр

Айҙар тормош юлы бер нисә юлға һыйыр: Собханғол мәктәбендә уҡыу, Башҡорт дәүләт университетына «Нанотехнологиялар» белгеслегенә уҡырға инеү, нефть техник университетына күсереү, 2020 йылдың ноябренән 2021 йылдың ноябренә тиклем - Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Былтыр апрелдә Айҙар контрактниктар рәтенә инә.

Һуңғы юлға Айҙарҙы хәрби хөрмәт менән оҙаттылар. Герой менән хушлашыу ауыл Мәҙәниәт йорто алдындағы төп майҙанда үтте, унда уның туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары йыйылды.

Һәләк булған яугирҙы иҫкә алырға Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов килде.

- Бөгөн беҙ ысын геройҙы, диңгеҙ пехотаһы яугирен оҙатабыҙ, - тине Ирек Сәғитов. - Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә уның үлеме - ҙур юғалтыу. Геройға мәңгелек дан! Ул Айҙарҙың әсәһе Эльвира Ғәйнуллинаға илдең лайыҡлы һаҡсыһын тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға яугирҙы үлгәндән һуң наградлаған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Айҙар Чумак (үлгәндән һуң) тағы ла бер дәүләт наградаһына - Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән.

- Айҙар беҙҙең аранан киткәненә ышана алмайым, - тип күҙ йәштәрен һөртә уның класс етәксеһе Лилиә Сираева. - Ул конфликтлы булманы, бөтә йомоштарҙы үтәне. Музыка мәктәбендә гитара класында уҡыны, әммә мәктәп сараларында уйнамай - тыйнаҡ булды. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң хәрби булырға теләне - Нәхимов исемендәге юғары хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инергә ниәтләй ине. Өлгөрмәне.

Туймазыла махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәхилләштеләр
Туймазыла махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәхилләштеләр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: