+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Ғинуар 2023, 14:34

Шайморатовсылар Туймазы халҡына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе

Шундай ышаныслы тыл менән һуғышыу ҙа еңелерәк, ти улар.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары Туймазы районы халҡына уларға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәрен, йылы ойоҡбаштар - аяҡтарҙы ғына түгел, күңелде лә йылытҡаны өсөн, балаларҙан килгән хаттарҙы ла билдәләне.

Яҡташтарының йылы һәм хәстәрлекле булыуы арҡаһында уларға еңелерәк, тип һөйләне һуғышсылар.

 Туймазылар - ябай кешеләр ҙә, предприятие һәм ойошмалар ҙа - махсус хәрби операцияның беренсе көнөнән үк хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Туҡланыу пункттарына ҡаптар менән аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йылы кейем һәм башҡа күп нәмә килтерәләр. Хатта райондың иң бәләкәй кешеләре лә яугирҙарға ярҙам һүҙҙәре менән һүрәттәр ебәреп, үҙ өлөшөн индерә.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: