-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
20 Ғинуар 2023, 14:50

Туймазыла эске эштәр бүлегенә студенттар десанты төштө

Полиция хеҙмәткәрҙәре юридик колледж студенттары менән осрашыуҙар ойошторҙо.

Йыл һайын ғинуарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге «Студенттар десанты» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Быйыл да шулай булды.

Ошо көндәрҙә юридик колледж студенттары полицияла булып ҡайтты. Улар өсөн ведомство бүлексәләре буйлап экскурсия ойошторолдо, Туймазы Эске эштәр бүлегенең барлыҡҡа килеү тарихы һәм полицейскийҙарҙың эше хаҡында һөйләнеләр.

Сара полиция бинаһында урынлашҡан музейға барыуҙан башланды.

Ветерандар советы рәйесе - Эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Альберт Такаев ҡунаҡтарҙы уның экспонаттары - Эске эштәр бүлегенең элекке хеҙмәткәрҙәренең кейемдәре, наградалары, документтары менән таныштырҙы, Төньяҡ Кавказ төбәгенә командировкаларға барған хеҙмәттәштәре тураһында мауыҡтырғыс һәм төплө итеп һөйләне.

Криминалистика буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторған эксперт-криминалистика бүлеге белгесе Шәмшир Истамов менән аралашыу ҙа ҡыҙыҡлы булды.

Иң аҙаҡтан кинологтар Андрей Ғибәҙуллин менән Андрей Пестов хеҙмәт эттәренең нисек дрессировкаланыуын күрһәтте.

Студенттарҙан тыш, аҙна дауамында 4-се, 7-се, 8-се мәктәп һәм 1-се гимназия уҡыусылары ла полиция хеҙмәткәрҙәрендә ҡунаҡта булды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: