+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Ғинуар 2023, 12:58

Туймазы районында инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә законды камиллаштырыу кәрәк тип иҫәпләй - газға бушлай тоташыуҙа проблемалап бар

Туймазы районынан Кәримовтар ғаиләһе властарҙың иғтибарын бушлай газ үткәреү тураһында законда буталсыҡлыҡҡа йүнәлтте. Улар «Молодежная газета» баҫмаһына ни өсөн ташлама менән файҙалана алмауы хаҡында һөйләне.

2014 йылда Кәримовтар ерҙе инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә булараҡ алды. Улар Ҡандрала йортон төҙөй башлай. Барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгәс, 2022 йылға тиклем төҙөнөй улар. Артабан милек хоҡуғын рәсмиләштерҙеләр. Әле эске биҙәкләү һәм коммуникациялар үткәреү ҡалған. Шунда уҡ улар газды бушлай үткәреү өсөн Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткән. Ләкин Кәримовтың ғаризаһын кире ҡағалар: улар үҙҙәренең йортонда закон талап иткәнсә 3 йыл һәм унан күберәк йәшәмәй.

«Ә газһыҙ йылытылмай торған һалҡын йортта нисек йәшәргә? Льготалы газ үткәреүгә дәғүә итеү өсөн мин тәүҙә электр ҡаҙанлығы һәм электр плитаһы һатып алырға, ә уларҙың иң арзандары 5-12 мең һум тора, электр менән йылытыу системаһын эшләргә тейешмен. Ә һуңынан, сертификат алғас, өс йылдан барыһын да яңыса һатып алырға, газ ҡаҙанынан алып газ плитаһына тиклем, һәм һуңынан йылытыу системаһын ҡайтанан эшләргә кәрәк. Был бит ҙур сығымдар! Ниндәй логика? Әгәр башта электр менән йылытыу булһа, газ үткәреү өсөн сертификатта бер ниндәй ҙә мәғәнә юҡ», - тип фекерен белдерә йорт хужаһы.

Ғаилә Радий Хәбировҡа уларҙың проблемаһына иғтибар йүнәлтерҙәр тигән ышаныс менән мөрәжәғәт итте. Халыҡтың иң яҡланмаған ҡатламын яҡлау өсөн, бушлай газ үткәреү тураһында закон еренә еткереп эшләнергә тейеш, тип иҫәпләй Кәримовтар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: