+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
17 Ғинуар 2023, 11:01

Бүздәк районында ике пассажир ҡатын автомобиль түңкәрелгәндән һуң дауаханаға эләккән

Бүздәк районында ике кеше йәрәхәтләнгән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Көндөҙ Бүздәк-Казаклар-Кубово юлының 2-се саҡрымында Дәүләкән районынан 44 йәшлек ҡатын «Лада Калина» автомобилендә барғанда  аварияға эләгә. Автомобиль юл ситенә төшөп китә һәм ауа. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 42 һәм 44 йәшлек пассажир ҡатындар дауаханаға эләккән. Водительдең тәжрибәһе бер йылдан аҙыраҡ.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: