+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Ғинуар 2023, 16:04

«Рәхимовтың үлеме тураһында белгәс, илап ебәрҙем»: Туймазыла элекке баш табип юғалтыуҙы нисек ҡабул иткәне хаҡында һөйләне

Азат Аитов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 1999-2012 йылдарҙа Туймазы үҙәк район дауаханаһын етәкләй.

- Мортаза Ғөбәйҙулла улы минең яҡташым, беҙ икебеҙ ҙә Күгәрсен районында тыуғанбыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин уның үлеме тураһында белгәс, илап ебәрҙем. Сөнки ул минең өсөн тәү сиратта рәсми сәйәси фигура түгел, ә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше булды, - тип һөйләй Азат Аитов. - Республика ойошмалары етәкселәре уның шәхси ҡабул итеүенә һәр саҡ бара алды. Мин дә бынан ситтә ҡалманым: уға бер нисә тапҡыр республиканың финанс ярҙамын талап иткән эш проблемалары менән мөрәжәғәт иттем. Президент һәр саҡ ярҙам итеү ысулын тапты.

Тап шундай ярҙам менән Серафимовкалағы поликлиникаға капиталь ремонт яһағаныҡ, ул 10 миллион һумға төштө. Собханғол дауаханаһында күҙ микрохирургияһы үҙәге, ЛОР-бүлек, геронтология бүлексәһе асылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, уның ярҙамы менән Туймазы үҙәк район дауаханаһы үҙ ваҡытында медицина ҡорамалдары, аппаратуралар менән йыһазландырыу йәһәтенән иң яҡшыларҙың береһе булды.

Ул асыҡ кеше ине. Йыл һайын Күгәрсен районында район һабантуйы үткәрелде, унда республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре лә ҡатнашты. Ул һәр ваҡыт килеп торҙо, барыһы тураһында ла һорашты. Ул эш менән генә түгел, кеше тормошо менән дә ҡыҙыҡһынды, кешеләр тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы онотманы.

Республика етәксеһе вазифаһынан киткәс тә ул шулай булып ҡалды - беҙ уның менән бер нисә тапҡыр аралаштыҡ, миңә уның кәңәше кәрәк булды. Һуңғы тапҡыр беҙ бер йыл элек күрешкәйнек. Ул саҡта мин коронавирус йоҡтороп, ныҡ ауырыным. Әле лә иҫләйем, Мортаза Ғөбәйҙулла улы миңә биргән тәүге һорауы: «Әле үҙеңде нисек тояһың, һин ауыр сирләгәнеңде ишеттем?..»

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: