-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
11 Ғинуар 2023, 15:03

Бөгөн Туймазыла ғинуарҙың тәүге ун көнлөгөндә, 2000 йылдан башлап, иң һалҡын төн булды

Быйма ла ҡотҡара алмай!

Туймазы метеостанцияһы белгестәре һәм райондың өлкән йәштәге кешеләре иң һыуыҡ ҡыштарҙы иҫкә ала.
 Башҡортостанда йыл башы аномаль һыуыҡ булды. Туймазылар социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа аҙна буйына тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Бөгөн иртәнсәк беҙҙә минус 32 градус булды», - тип яҙа Ҡандра ауылында йәшәүселәр. «Ғәжәпләндерҙең! Беҙҙә 40-ҡа яҡын», - тип «маҡтана» Серафимовка халҡы.
10 ғинуарҙа Туймазы метеостанцияһы белгестәре 35,8 градус нулдән түбән булыуын теркәгән. Бындай аномаль һыуыҡтар 2006 йылдың ғинуарында күҙәтелгәйне - ул саҡта бөтөнләй -42,9 градус ине.
Хәйер, Туймазыла бынан да ҡатыраҡ һыуыҡтар булғылан. 1979 йылда -45,3 градусҡаса һыуыта. Бындай мәғлүмәттәрҙе архив материалдырынан алып, метеостанция белгестәре бирҙе. Ул көндәрҙә боҙло томан төштө, тип һөйләй ололар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: