-16 °С
Болотло
Благовар ауылының Октябрь урамында «Chevrolet Lacetti» водителе 18 йәшлек егетте тапатҡан - ул юл ситенә сығып осҡан. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Йәрәхәт алған егеттең үҙенә район дауаханаһына барып етергә тура килгән. Ә ҡасҡан водителде оперативниктар эҙләй башлаған.
Ул ҡулға алынған. Егетте ошо ауылда йәшәгән 54 йәшлек ир бәрҙергән. Водителдең иҫерек булыуы асыҡланған.
Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип хәбәр итә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов. Ул уҙған тәүлектәге хәл-ваҡиғалар статистикаһын килтерҙе: республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун кеше йәрәхәтләнгән.