-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Декабрь 2022, 15:52

Туймазынан 9 йәшлек уҡыусы Өфө музейына Сталиндың портретын бүләк итте

28 Туймазы уҡыусыһы республика башлығы шыршыһына барҙы. Былар уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ғилми-тикшеренеү һәм практик конференцияларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар.

Туймазынан 9 йәшлек уҡыусы Өфө музейына Сталиндың портретын бүләк итте
Туймазынан 9 йәшлек уҡыусы Өфө музейына Сталиндың портретын бүләк итте

Улар иҫәбендә 4-се мәктәптең өсөнсө синыф уҡыусыһы Андрей Пастушков та бар.
Уҡыусы конструктор-уйлап табыусы булырға хыяллана. Уны ғилми асыштар, фән донъяһынан ғәҙәти булмаған факттар ҡыҙыҡһындыра. Егет педагогы Илнур Исхаҡов етәкселегендә робот техникаһы һәм программалаштырыу серҙәренә төшөнә. Өсөнсө класс уҡыусыһы матур һүрәттәр ҙә төшөрә.
Космонавтар, астрономдар, сәйәсмәндәр... Хәҙер заман шундай - йәштәр тарих менән әүҙемерәк ҡыҙыҡһына. Бына Пастуковтар ғаиләһендә лә бик йыш тарихи темаларға әңгәмәләр алып барыла, унда эҙ ҡалдырған шәхестәр тикшерелә. Бер көндө һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында барҙы. Оло олатаһының хәрби биографияһынан башланып, Юғары баш командующий Иосиф Сталин тураһындағы әңгәмә менән тамамланған. Атаһы менән һөйләшеү өсөнсө класс уҡыусыһын Иосиф Виссарионовичтың портретын төшөрөргә илһамландырҙы. Уҡытыусы Айнур Тимерғәлиев эште Өфөләге Сталин музейына бүләк итергә тәҡдим итте. 21 декабрҙә, Сталиндың тыуған көнөндә, Пастуковтар ғаиләһен быйыл 10 йыллығын билдәләгән музейға саҡырҙылар. Туймазы уҡыусыһы музей хеҙмәткәрҙәренә картина бүләк итте.

Туймазынан 9 йәшлек уҡыусы Өфө музейына Сталиндың портретын бүләк итте
Туймазынан 9 йәшлек уҡыусы Өфө музейына Сталиндың портретын бүләк итте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас в