Тәбрикләү телмәре менән ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев сығыш яһаны һәм Степан Беловтың Октябрьскийҙа беренсе Рәсәй Геройы булыуын билдәләне. - Беҙ барыбыҙ ҙа батырлығығыҙ менән ғорурланабыҙ, Степан Михайлович. Илебеҙҙең юғары наградаһы - «Рәсәй Геройы» исеме бирелеүе һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙ иптәштәрегеҙ - хәрби туғандарығыҙ менән бергә ҡаһарманлыҡ күрһәттегеҙ, - тип билдәләне Алексей Николаевич. Ул Степандың ата-әсәһе Тамара Витальевнаға һәм Михаил Геннадьевичҡа ил патриотын тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Степан Беловтың тыуған ҡалаһында бер нисә көн булды.
Ул махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Вадим Венюков уҡыған 20-се мәктәптә мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Был сарала ҡаланың хәрби комиссары, подполковник Валерий Шәрифуллин Вадимдың ата-әсәһе Зилә Ниловна менән Юрий Васильевичҡа Батырлыҡ ордены тапшырҙы.
Тыуған 12-се мәктәптә хәрби офицер йәш «шайморатовсылар» класы менән аралашты. Балаларҙың уға һорауҙары күп булды, Степан Михайлович барыһына ла яуап бирҙе, үҙенең хәрби юлы, илен һаҡлаған хәрби иптәштәре тураһында һөйләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең ҡулын Рәсәй Геройы ҡыҫты һәм үҙенең автографын бүләк итте.
Осрашыу һуңында балалар герой менән фотоға төштө.