Ҡандракүл ауылының Мәҙәниәт йортонда ошо йүнәлештәге 12 айлыҡ эшкә йомғаҡ яһалды.
Сараны ябыу тантанаһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Бәйге» ҡышҡы уйындары уҙҙы. Өс студент командаһы - өс ырыуға ҡараған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары - Ҡаңлы, Ҡырғыҙ һәм Йылан ырыуы вәкилдәре арҡан тартышыу, бүрәнә ырғытыу, таяҡ тартышыу һәм уҡтан атыу буйынса көс һынашты.