Туймазы районы ауылдарының береһенән 8 йәшлек ҡыҙ ағыуланып дауаханаға эләккән. Уның самогон эскәне асыҡланды, тип хәбәр итә «Башинформ».
Бала организмына алкоголдең осраҡлы рәүештә эләгеүе мөмкин. Ҡыҙ һыуытҡыста газлы эсемлек шешәһен күреп, алып эскән. Унда спиртлы эсемлек булған.
Тиҙҙән уның хәле насарайа, сабыйҙы дауаханаға алып китәләр.
Ҡыҙҙың ғаиләһе имен тип иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп сыҡҡан хәлде тикшерә.