+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
6 Июль 2022, 16:52

Туймазы районында «Шәжәрәм серҙәре» район фестивале үтте

Ҡандра-Ҡотой ауылында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Шәжәрәм серҙәре» район фестивале үтте.

Байрамға Ҡандракүл тирәһе ауылдарынан тыш, үҙҙәренең шәжәрәләре менән Төмәнәк, Туҡтағол, Аҙнағол, Үрмәкәй, Никитинка ауылдарынан да кешеләр килде. Фестивалдә илле шәжәрә тәҡдим ителде. Тыуған яҡтың тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, Ҡаңлы, Әйле, Йылан, Ҡырғыҙ ырыуҙарының үткәне тураһында бәйән иткән шәжәрәләр күрһәттеләр.

Беренселәрҙән булып байрамдың хужалары – Ҡандра-Ҡотой ауылы халҡы  үҙҙәренең шәжәрәләрен тәҡдим итте.

Улар - Ҡанлы ырыуы вәкилдәре.

- Беҙҙең ғаилә мәғлүмәт йыйып, шәжәрә төҙөнө. Ҡандра-Ҡотой ауылында ун кешенән туғыҙы теге йәки был кимәлдә беҙгә туған булып тора, тиһәм, хаталанмам. Беҙ барыбыҙ ҙа Ҡанлы ырыуы нәҫеленән, һәм бының менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ!

Ошо байрамға махсус әҙерләнгән «Ауылыбыҙҙың ғорурлығы» стендында биш туғаныбыҙ хаҡында мәғлүмәт урынлашыуына бик шатмын. Беҙҙең ырыу тарихы бик бай, беҙ ғорурланырлыҡ арҙаҡлы шәхестәр бик күп. Беҙҙең ҙур ғаиләлә летчиктар, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, нефтселәр һәм хатта совет илселеге хеҙмәткәрҙәре бар. Мин шәжәрәне етенсе быуынға тиклем йыя алдым. Хеҙмәтем үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанам. Беҙҙең шәжәрәләр - ата-бабаларыбыҙ тарихы, улар хаҡында иҫтәлек, - тип һөйләй ауылдың крайҙы өйрәнеүсеһе Хәтимә Иманғолова-Кунафина.

Ә Ҡандракүл ауылы мәсетенең хәҙрәте Тәбрик Зиннуров шәжәрәне белеү башҡорттоң айырылып торған билдәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды:

- Беҙ - Ҡанлы ырыуы башҡорттары. Беҙҙең шәжәрәлә Бүздәк районының Яҡуп ауылына нигеҙ һалған башҡорт Яҡуп телгә алына. Ул башҡорт кантондарының береһенең башлығы булған. Уның улы Ишәле тураһында ла мәғлүмәттәр бар, ул да кантон башлығы булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ишәле ҡәрҙәш минең туранан-тура ата-бабам булған. Шуға күрә әйтә алам: үҙенең шәжәрәһен белгән кеше иленең тарихын белә, - ти ул.

Йәштәр шулай уҡ үҙ тамырҙарын һәм ата-бабаларын белергә теләй. Шуға күрә улар үҙ шәжәрәләрен тергеҙергә тырыша. Күптәре был йәһәттән уңышлы эшләй. Атап әйткәндә, быйыл Ҡандра ауылының 2-се мәктәбенең 11-се класын тамамлаған Ильяс Фәхретдинов фестиваль ҡунаҡтарына ғорурлыҡ менән үҙенең ырыуын етенсе быуынға тиклем генә түгел, 9 быуыны билдәле булыуы хаҡында һөйләне.

- Бөгөнгө көндә беҙҙең нәҫелдә ир-егеттәр яғынан 169 кеше иҫәпләнә. Олатайым Әүхәҙинең 14 ейән-ейәнсәре һәм 24 бүлә-бүләсәре бар. Мин дә яҡшы белем алып, үҙ нәҫелемдең лайыҡлы дауамы булырға теләйем, - тип һөйләй Ильяс.

Ильяс әйтеүенсә, ул Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьскийҙағы филиалына уҡырға инергә һәм нефтсе булырға хыяллана.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡ - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов сәләмләне.

- «Шәжәрәм серҙәре» фестивале үҙ ырыуыңдың, тыуған яғыңдың тарихын өйрәнеүҙә, милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, - тип билдәләне Юлдаш Мөхәмәт улы. - Туймазы районында архив сығанаҡтары - метрика мәғлүмәттәре, ревизия яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары менән эш яҡшы алып барыла. Шуға ла кешеләр шәжәрәләрен ышаныслы рәүештә төҙөй һәм был мәғлүмәттәрҙе киләһе быуындарға тапшырырға ниәтләй. Күлде уратып алған ауылдар өсөн был айырыуса көнүҙәк - ҡасандыр был бөтә башҡорт ырыуҙарының йыйын урыны булған күл.

Шулай уҡ Юлдаш Йосопов ата-бабалары хаҡында мәғлүмәт туплап, был эште рухландырыусыларға - ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Үҙешмәкәр артистар әҙерләгән йыр-бейеүҙәр байрамдың төп үҙенсәлеге булды. Байрамға милли колоритты «Бәйге» башҡорт ярыштары өҫтәне. Бында Ҡанлы һәм Йылан командалары ярышты. Был юлы көс һынашыусылар араһында еңеүҙе ҡанлылар яуланы - бөтә көс ярыштарында тап улар алдынғылыҡты бирмәне. Уның ҡарауы, йыландар уҡ атыу буйынса ярыштарҙа еңеүсе булды. Уйындарҙы йәштәр ҙә, өлкән быуын да мауығып күҙәтте.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: