Кисә Туймазы ҡалаһында Еңеү урамында ғәҙәттән тыш хәл булған. Мунсала 15 һәм 18 йәшлек ҡыҙҙар һөрөм менән ағыуланған.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15 йәшлек ҡыҙ дауаханала ята. 18 йәшлек ҡыҙҙы медиктар ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарғандар. "Газпром газораспределение Уфа" филиалының Туймазылағы дежур бригадаһы белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, ағыуланыу сәбәбе – мейесте томалап ҡуйыу булған.