+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
13 Сентябрь 2021, 11:59

Тыуған ерем - гөллө Башҡортостан

Район мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Нуриман районына сәйәхәткә юлланды.

Район мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Нуриман районына сәйәхәткә юлланды. Улар Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан “Ҡыҙыл шишмә”нең (урыҫ телендә- “Красный Ключ”)  ауыҙҙы ҡурырлыҡ һыуын тәмәләп ҡаранылар. “Ҡыҙыл шишмә” һыу дебиты (һыу миҡдары) буйынса донъяла, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, икенсе урында тора. Һыу миҡдары — секундына 14,88 куб метр. “Ҡыҙыл шишмә” — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Шишмәнең өҫтө асыҡ зәңгәр төҫтә, әйтерһең,  япма япҡандар! 1965 йылдан алып — төбәк әһәмиәтендәге «Ҡыҙыл шишмә сығанағы» айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында.   Эргә-тирәһе төҙөкләндерелгән, ял итеү өсөн бик матур урын. Тәбиғәте ниндәй! Һоҡланып туймаҫлыҡ!

 “Святые кустики” ирҙәр монастыренда булыу,  Павлов һыу һаҡлағысында һыу ҡойоноуҙар-былар барыһы ла күңелдә юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырҙылар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: