+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Разное
15 Ғинуар 2020, 11:45

Көн һайын игелек ҡыл

Туймазы уҡыусылары “Ҡыш бабайға хат” сараһында бүләкләнгән

«Шәһәрҙең йәмәғәтселек фонды» хәйриә фонды (www.fondufa) бына ун ете йыл инде “Ҡыш бабайға хат” проектын ойоштора. Ул проектта Өфө ҡалаһынан һәм бөтә республиканан 3-15 йәшлек меңләгән бала ҡатнаша. Балалар Ҡыш бабайға хат яҙа, йыл дауамында ғаиләһе, йәмғиәт өсөн ниндәй игелекле эштәр ҡылыуын бәйән итә.

Һәр йәш төркөмө өсөн биремдәр ҡаралған. Балалар баҡсаһына йөрөгән, мәктәптең кесе синыфтарында уҡыған балалар атай-әсәйҙәре, әби-бабаларына ярҙам итһә, уртансы синыф уҡыусыларына ирекмәндәр сифатында күмәкләп игелек ҡылыу, төрлө хәйриә саралары, өмәләр үткәреү зарур.

Хәйриә сараһында Туймазы ҡалаһы һәм районының байтаҡ уҡыусыһы ла ҡатнашты. Бәйгенең һайлап алыу өлөшөн үткән балалар 6 ғинуарҙа Өфө ҡалаһына байрам сараһына саҡырыу алды.

Туймазы 1-се интернат-мәктәбендә белем алған Сабир һәм Таһир Бәҙретдиновтарҙың да ғорурланырлыҡ сәбәптәре бар. Был проектта улар бишенсе тапҡыр ҡатнаша һәм өсөнсө йыл рәттән еңеүсе була. Сабир һәм Таһирҙың “Игелекле эштәр көндәлеге” йылдан-йыл тулылана. Быйыл 50 биттән артып киткән ул.

Гүзәл ӘХМӘТЙӘНОВА.

Читайте нас: