+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Разное
14 Ғинуар 2020, 17:30

Ейәнсура районының Иҙәш ауылында Мәсекәй әбейҙәр парадын үткәргәндәр!

Ауыл урамынан тиҫтәләрсә әкиәт әбейҙәре йырлап-бейеп үткәс, улар мәҙәниәт йорто янындағы майҙансыҡҡа йыйылды

Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күңелле байрам әҙерләгән ине. Мәсекәйҙәр спорт ярыштарында ла ихлас ҡатнашты, һепертке менән туп та һуҡты, килгән халыҡтың күңелен дә асты, тип хәбәр итә «Йәшлек» гәзите.

Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас: