+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Разное
13 Август 2019, 17:11

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһына Эльвира Айытҡолова һайланды

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошма уставына үҙгәрештәр индерелде.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошма уставына үҙгәрештәр индерелде.

Бығаса устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа президиум составы һайланды. Улар – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, башҡорт патриотик хәрәкәте рәйесе Фәнит Моратбаҡыев, Ханты-Манси автономиялы округындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, актёр Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ғаяз Зарипов.

Президиум ағзалары бер тауыштан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһына Эльвира Айытҡолованы һайланы. Билдәле булыуынса, ошоғаса был яуаплы вазифаны Данир Ғәйнуллин башҡарғайны.

Читайте нас: