+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
22 Август 2025, 10:47

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Аграр университетты тамамлаған ҡыҙ ата-әсәһе ярҙамында «Экони» фермаһын асҡан. Хужалыҡ аттар, ит ризыҡтары, органик ашламалар һата. Хәҙер бында 450 ат бар. Предприятиены үҫтереүҙә дәүләттең дә ярҙамы ҙур. 2022 йылда Дилара ауыл хужалығы министрлығының «Ғаилә фермаһы» программаһы буйынса грант — 12,8 миллион һум отҡан. Был аҡса инә малдар һанын арттырыу (хәҙер улар 160), мал аҙығы әҙерләү өсөн техника һатып алыу, һуйыу цехы төҙөү өсөн тотонолған. Хәҙер һөтсөлөк йүнәлешен дә үҫтереү планлаштырыла.

Республикала ғаилә фермаларына ярҙам күрһәтеү ғәйәт ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Биш йыл эсендә 98 фермер 887,5 миллион һумлыҡ грант алған.

«Республиканың ауыл хужалығына эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылған, уңышҡа өлгәшергә теләгән йәштәрҙең килеүен күреүе ҡыуаныслы. Уларға уңыштар теләйем! Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-21/glava-bashkirii-rasskazal-o-fermershe-iz-kaltasinskogo-rayona-4356464

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас