+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
14 Ноябрь , 11:53

Республикала махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыу ябайлаштырыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыуҙы ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. 

Республикала махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыу ябайлаштырыла
Республикала махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыу ябайлаштырыла

Республика парламентында белдереүҙәренсә, ноябрҙәге пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законға үҙгәрештәр индерелә.

– Республикабыҙҙа махсус операция геройҙарына шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары милеккә бирелә, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – «Рәсәй Геройы» исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы ордендары менән бүләкләнгән яугирҙәр ошондай хоҡуҡҡа эйә. Улар махсус хәрби операция барышында йәки алған яраларынан һәләк булған осраҡта ергә хоҡуҡ менән ғаилә ағзалары файҙаланырға мөмкин. Ергә хоҡуҡты тормошҡа ашырғанда техник яҡтан ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Махсус операцияла ҡатнашыу фактын төрлө документтар менән раҫларға тура килә. Ҡағыҙ мәшәҡәттәре күп ваҡытты ала. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр был процедураны ябайлаштырырға тейеш. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығынан һоратып алырға мөмкин.

Парламент рәйесе фекеренсә, әлеге закон ер участкаларын бүлеү процесын тиҙләтә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-13/v-bashkirii-uprostyat-poluchenie-zemelnyh-uchastkov-geroyam-svo-4005749

Республикала махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыу ябайлаштырыла
Республикала махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыу ябайлаштырыла
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: