Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Уҙған өс йылда 55 меңдән ашыу бала уҡыған 146-нан ашыу мәктәп ремонтланған. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Республика бындай күләмле эште үҙ көсө менән башҡарып сыға алмаҫ ине, тип билдәләне ул.
«Беҙ Владимир Владимирович Путинға ошо программа, уны мәктәпкәсә һәм урта профессиональ белем биреү өлкәһенә киңәйтергә тигән ҡарары өсөн рәхмәтлебеҙ. Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙең матди-техник базаһын яңыртыу эшен алып барабыҙ, был йәһәттән федераль үҙәктең ярҙамы беҙгә бик урынлы», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикаға яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласағын хәбәр итте. Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернаты өсөн 2,4 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда математика мәктәбе көслө һәм республика күптән инде ошондай белем биреү учреждениеһын асырға планлаштыра.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йәлеп ителгән федераль аҡса күләме, шулай уҡ төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өс лидер иҫәбенә инеүе хаҡында хәбәр иткәйне.