+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
1 Июль , 10:46

Туймазы халҡы Башҡортостанда иҡтисадтың һәм дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген баһаланы

Башҡортостан федераль кимәлдә юғары баһаланды“2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫылды. 

Туймазы халҡы Башҡортостанда иҡтисадтың һәм дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген баһаланы
Туймазы халҡы Башҡортостанда иҡтисадтың һәм дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген баһаланы

“Незыгарь” федераль телеграм-каналы “2024 йылдың беренсе яртыһында төбәк дәүләт идаралығы: һөҙөмтәлелекте баһалау” тигән яңы аналитик доклад баҫтырып сығарҙы. Авторҙар Башҡортостанды юғары һөҙөмтәле идара итеүсе субъекттар иҫәбенә индереп, төбәктәрҙең идара итеүсе командалары эшенең һөҙөмтәлелек рейтингын тәҡдим итте һәм социаль-иҡтисади хәлдең артабанғы үҫешенә прогноз яһаны.

Эксперттар докладта төбәктәрҙә социаль-иҡтисади климатты билдәләүсе төрлө факторҙар комплексын анализланы. Улар араһында – сәйәси идара итеү, субъекттарҙа элита эсендәге мөнәсәбәттәр, төбәктең сәйәси элитаһының көн тәртибенә махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүсәнлеге, коррупцияға ҡаршы көрәш һ.б. Бынан тыш, рейтинг төбәктәрҙәге социаль-иҡтисади процестарҙы һәм резонанслы кейстарҙы анализлауға нигеҙләнгән. Ошо критерийҙарҙан сығып, дәүләт идара итеүенең һөҙөмтәлелеге 10 баллы шкала буйынса баһаланған. Башҡортостан бөтәһе 8 балл йыйып, юғары идара итеү һөҙөмтәлелегенә эйә булған төбәктәр төркөмөнә инде. Рейтингтың абсолют лидеры тип 9,5 балл алған Мәскәү танылды. Рейтингтың аутсайдеры – Коми Республикаһы (1 балл), ә Волга буйы федераль округы төбәктәренән – Сыуашстан (2 балл). Рейтингка Рәсәйҙең яңы төбәктәре инмәгән, сөнки был субъекттарҙағы хәрби-сәйәси хәл әлегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бер рәттән уларҙы баһаларға мөмкинлек бирмәй.

Рейтингта лидер төбәктәр төркөмө нығынған да инде, тип билдәләй эксперттар. 2023 йылда “Незыгарь” Башҡортостанды төбәктәрҙең иҡтисади яраҡлашыусанлығы буйынса лидерҙар иҫәбендә (республика тәүге өсәү иҫәбенә инде) атаны. Яңы рейтингта, беҙҙең республика һәм баш ҡаланан тыш, Санкт-Петербург, Ленинград, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм башҡалар, бөтәһе 12 төбәк, юғары һөҙөмтәлеләр иҫәбенә инде.

Аналитиктар билдәләүенсә, Башҡортостанға һәм уның менән бер төркөмдә булғандарға федераль кимәлдә һиҙелерлек ярҙам, етәкселәрҙең һәм уларҙың командалары ағзаларының лоббист мөмкинлектәре, социаль-иҡтисади үҫештең күп кенә параметрҙары, шул иҫәптән йәшәү сифаты буйынса алдынғы позициялар хас.

“Идара итеү һөҙөмтәлелеге күп осраҡта субъекттарҙың социаль-иҡтисади ҡеүәте менән бәйләнгән. Рейтингта лидер төбәктәрҙең күбеһе социаль-иҡтисади үҫештең күп параметрҙары, шул иҫәптән халыҡтың йәшәү сифатына ҡараған йәһәттән алдынғы урындарҙы биләй”, - тиелә докладта.

Был тезис Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен асыҡ һүрәтләй. Атап әйткәндә, республика һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең милли рейтингында тотороҡло юғары позициялар күрһәтә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика йәнә позицияларын яҡшыртты һәм өсөнсө урынды алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,6 процентҡа артып, 620 миллиард һумға етте. 2019 - 2023 йылдарҙа инвестиция ағымының үҫеше 52,9 процент тәшкил иткән. Бөгөн республикаға аҡса һалырға теләгәндәр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ тиерлек, был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп тапҡыр телгә алды.

“Эштең әлеге этабында эшҡыуарҙарҙы нимә ҡәнәғәтләндермәүен аңлау өсөн былтыр беҙ күләмле һорау алыу үткәрҙек. Анализ йомғаҡтары буйынса күпселек бюрократик талаптар бөтөрөлдө. Һәм бөгөн өҫтөнлөклө проект статусын алыу өсөн инвесторға теләктәре тураһында декларация әҙерләү ҙә етә”, – тине Радий Хәбиров ПМЭФ-2024-тә.

2024 йылдың йәйендә беҙҙә 360-тан ашыу өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 854 миллиард һум тәшкил итә, ошо сәбәпле 34 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Бер нисә йыл дауамында сәнәғәт производствоһы индексы дөйөм Рәсәйҙекенән тотороҡло арта бара. 2024 йылдың ғинуар-апрелендә ул Башҡортостанда уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,8 процент тәшкил иткән (Рәсәй буйынса уртаса – 105,2 процент). Эксперттар үҫешкән нефть-газ секторын ошондай үҫештәге ҡеүәтле драйверҙарҙың береһе тип атай.

Йылдан-йыл Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының йәшәү сифаты рейтингында ышаныслы күтәрелә. Әгәр 2021 йылда ул 40-сы, 2022 йылда 25-се урында булһа, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса 12-се урынды алды һәм рейтингта алдынғылар иҫәбенә инде.

Белгестәр лидер төбәктәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүенә ҙур иғтибар бүлеүен ыңғай баһалай. Башҡортостан бында әүҙем позиция биләй. Республиканан МХО биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла, Башҡортостан яугирҙәренә муниципалитеттар, эшҡыуарҙар һәм республиканың битараф булмаған кешеләре ярҙам ебәрә. Район һәм ҡала етәкселәре, республика чиновниктары һәм Радий Хәбиров үҙе лә – махсус хәрби операция зонаһында йыш ҡунаҡтар, улар һүҙ һәм эш менән Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тырыша. Республикаға ҡайтҡан яугирҙәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итәләр, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына киң ярҙам саралары күрһәтелә. Шуныһы ла бик мөһим: Башҡортостандың сәйәси элитаһы вәкилдәре – чиновниктар, төрлө кимәлдәге депутаттар үҙҙәре лә әле МХО биләмәһендә хәрби бурыстар үтәй.

Апрелдә Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу барышында уға республиканы үҫтереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Президент республиканың МХО-ға иғтибары кимәлен, төбәктең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген, торлаҡ төҙөлөшөнөң юғары темптарын, юғары белемгә, фәнгә булышлыҡ итеүҙе һәм башҡа социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы юғары баһаланы һәм Хәбировтың 2024 йылдың сентябрендә төбәк Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу ниәтен хупланы.

Алдынғы төбәктәр үҫешенең башҡа мөһим факторҙары араһында эксперттар уларҙың төбәк етәкселәренең лоббист мөмкинлектәрен айырып билдәләй. Был йәһәттән дә Радий Хәбировтың тәжрибәһе ыңғай һәм юғары баһаланды.

Шул уҡ ваҡытта аналитиктар юғары һөҙөмтәле төбәктәргә төрлө хәүефтәр ҙә янай ти, улар араһында элита эсендәге конфликттарҙы, коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәрҙе атайҙар. Башҡортостанда был факторҙар, атап әйткәндә, 2024 йылдың ғинуарында Баймаҡта булған ваҡиғалар менән сағылыш тапты. Ул ваҡытта шул иҫәптән сит илдәрҙән йүнәлтелгән деструктив көстәр республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышты. Ошо уҡ рәттә республикала коррупцияға ҡаршы алып барылған көрәш сиктәрендә ҡайһы бер чиновниктарға ҡарата асылған енәйәт эштәре бар. Хәйер, был ваҡиғалар арҡаһында ниндәйҙер резонанс тиҙ арала юҡҡа сыҡты һәм республика ҡәҙимге тормош менән йәшәүен дауам итә.

Баһаланған критерийҙар араһында торлаҡ-коммуналь хужалығы проблемаһы ла бар. Был йәһәттән Башҡортостан аныҡ эш алып бара, быйылғы йылытыу миҙгеле сағыштырмаса тигеҙ үтте. Авария хәлдәре килеп сыҡһа ла, улар тиҙ арала хәл ителде.

Ғөмүмән, беҙҙә халыҡты борсоған проблемаларҙы тиҙ һәм әүҙем хәл итергә тырышалар. Бының сағыу миҫалы – “яңғырауыҡлы юлдар”ҙы ремонтлау программаһы. Ағымдағы йылда ошо маҡсатҡа 4,88 миллиард һум бүленгән. Республикала 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан ихаталары” программаһы ысын мәғәнәһендә халыҡ программаһына әүерелде. Ошо ваҡыт эсендә 1326 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелгән, ағымдағы йылда 33 муниципалитетта тағы 143 йорт яны биләмәһе төҙөкләндерелә. Ихаталарҙы төҙөкләндереүгә һорау элеккесә ҙур, шуға күрә был программаның ғәмәли ваҡытын оҙайтырға ҡарар ителде.

Бөгөн Өфө ҙур төҙөлөшкә әүерелде. Әйтәйек, ҡала төҙөкләндерелә, баш ҡаланың 450 йыллығына яңы объекттар төҙөлә, коммуналь инфраструктураға ремонт үткәрелә, шуға бәйле ҡала халҡына ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар кисерергә тура килә, мәҫәлән, урамдарҙы ябыуға бәйле. Өфөнөң 450 йыллығы – ағымдағы йылда иҫтә ҡалырлыҡ республика тормошондағы иң күләмле ваҡиғаларҙың береһелер, моғайын. Ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтергә тейеш, башҡа әһәмиәтле саралар ҙа планлаштырылған. Өфөгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе көтөлә, уны Радий Хәбиров республикаға саҡырҙы. Өфөнө һәм республиканы ошондай күрһәтеү төбәк өсөн файҙаға ғына булыр, тип иҫәпләй эксперттар.

Дөйөм алғанда, аналитиктар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын ыңғай тип баһалай.

“Төбәк башлыҡтарының алдағы социаль-иҡтисади бурысы – яңы үҫеш тәртибен тәҡдим итергә мөмкинлек биргән белдерелгән стратегик пландарҙы ғәмәлгә ашырыу. Ул киләсәктә социаль-иҡтисади үҫеш темптарын һаҡлауҙы һәм арттырыуҙы күҙ уңында тота”, - тиелә докладта.

Республикала стратегик үҫеш программаһы – “Башҡортостан 3.0” былтыр уҡ әҙерләнә башланы. “Биш йылда эшләнергә тейеш төп параметрҙар бирергә мөмкин. Төҙөргә кәрәк объекттар, беҙгә кәрәкле инвестициялар буйынса аңлау бар, - тип һөйләне был турала Радий Хәбиров бер интервьюһында.

Уның һүҙҙәренсә, был – 2030 йылда республиканың ниндәй буласағын күреү. Программала макроиҡтисади күрһәткестәр, сәнәғәт индексы, инвестициялар индексы, уртаса эш хаҡы һәм башҡалар яҙылған. Программаның социаль өлөшө президент иғлан иткән маҡсатлы күрһәткестәр менән ауаздаш.  

Башҡортостандың уңышы буйынса беҙҙең эксперттар үҙ фекерен белдерҙе.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова түбәндәгеләрҙе һөйләне.

– Республиканың илдә тәүге ун төбәк исемлегендә булыуы логик яҡтан дөрөҫ, законға ярашлы тип иҫәпләйем, сөнки был йәһәттән республикала бик ҙур эштәр башҡарыла. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү, санкциялар йоғонтоһон кәметеү – Башлыҡ һәр эштә шәхсән ҡатнаша. Ул ҙур проекттар башлай, уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль аҡсалар, инвесторҙар аҡсаһын йәлеп итә. Һөҙөмтәлә барыһы ла яҡшы килеп сыға. Махсус иҡтисади биләмәләр үҫешә, Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан кеүек ҡеүәтле партнерҙарыбыҙ бар. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан иҡтисади субъект булараҡ үҙен бик ышаныслы тоя, – ти ул. – Радий Фәрит улы дәүләт идаралығының йәмәғәтселек кәйефен тойоп эшләргә тейешлеген яҡшы аңлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булараҡ шуны әйтә алам: Радий Фәрит улы үҙен йәмәғәт ихтыяжын аңлаған кеше булараҡ күрһәтте. Сағыу миҫал – тыуған телдәрҙе һаҡлау өсөн республикала полилингваль мәктәптәр булдырылды. Төрлө белгестәргә һәм ойошмаларға гранттар бирелә башланы. Ә инде махсус хәрби операцияға ярҙам – беҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнде. Яугирҙәргә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам итәләр. Ошо эштә ул бар төбәкте берләштерҙе. Һәр район уртаҡ еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләй, йәмғиәт үҙенең лидеры янында туплана. Әлбиттә, был рейтингта үҫәһе урын бар, ләкин әлеге ауыр иҡтисади һәм сәйәси ваҡытта унынсы урында булыу бик һәйбәт. Был бөтә идара итеү командаһының да, Радий Фәрит улының да эшенә ҙур баһа.

Рәмзин Әбсәләмов, муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:

- Уҙған йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының бренд саралары дәүләт ярҙамы ала – 500-шәр мең һум. Туймазы районында ошондай бер нисә байрам үтте: Ҡарамалы-Ғөбәйҙә «Бәлешфест», «Ах, огурчики-помидорчики!» - Иҫке Туймазыла, «Боламык байрамы" - Япрыҡта.

Бынантыш, туймазылар президент гранттарын алған проекттарҙы тормошҡа ашыра. Улар иҫәбендә ауыл-ара үҙәк китапхана проекты – «Төмәнәк йондоҙсоҡтары» ғаилә театр- студияһын булдырыу.

Ә 12 июлдә Кәкребаш ауылында тәүге тапҡыр Салауат Юлаевтың 270 йыллыҡ юбилейына арналған «Салауаттың утлы уҡтары» төбәк-ара фестивале үтәсәк. Был фестиваль муниципалитеттың яңы бренд сараһы булыр тип уйлайым. Мәҙәниәтте үҫтереп, беҙ ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы һаҡлау менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, шулай уҡ муниципалитеттың абруйын арттырабыҙ, туристарҙы йәлеп итәбеҙ.

Ғөмүмән, республикала ҡыҙыҡлы саралар бик күп. «Арт-Ҡоролтай» IV мәҙәни форумында Радий Хәбиров һуңғы биш йылда мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә республика 62 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткәнен әйтте. Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй – туймазылар араһында ла ошондай ярҙам алғандар бар.

Туймазы халҡы Башҡортостанда иҡтисадтың һәм дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген баһаланы
Туймазы халҡы Башҡортостанда иҡтисадтың һәм дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген баһаланы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: