Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде, исеме ҡануни яҡтан раҫланды, тип белдерҙе ведомство начальнигы Михаил Черников. Барлыҡ норматив-хоҡуҡи документтар яңы исемде иҫәпкә алып барыла, тип хәбәр итте ул.
«Хәҙер беҙ — Дәүләт автоинспекцияһы, ЮХХДИ ҡулланмайбыҙ, ҡануни яҡтан көйләнек. Милиция булырмы икән, белмәйем, ләкин Дәүләт автоинспекцияһы бар», — тип Черниковтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Дәүләт автомобиль инспекцияһы 1936 йылда булдырылған. 1998 йылда ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тип үҙгәртелгәйне.