+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
24 Май , 11:00

Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы»нда «Шәжәрә байрамы» ойошторола

***

Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы»нда «Шәжәрә байрамы» ойошторола
Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы»нда «Шәжәрә байрамы» ойошторола

24 майҙа киске сәғәт 5-тә Аҡмулла сәхнәһендә «Ғаиләм —  минең ҡәлғәм» республика конкурсының финал туры була. Унда Башҡортостан райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ғаиләләр ҡатнаша. Сараға килгән ҡунаҡтар шулай уҡ уҙған йылдарҙағы лауреаттарҙың шәжәрәләре күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин, тип хәбәр итә халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы гала-концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү 25 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

«Ғаиләм — минең ҡәлғәм» ғаилә халыҡ ижады конкурсы өс этапта үткәрелә. Сығыштарҙың темалары:

  • «Минең ғаиләм» — театрлаштырылған тамаша рәүешендә визит карточкаһы;
  • «Ғаилә тантанаһы» — ғаилә традициялары, йолалары нигеҙендәге театрлаштырылған миниатюра;
  •  «Бишек йыры» — ғаиләнең бишек йырын башҡарыу;
  • «Йондоҙло ғаилә» — төрлө жанрҙағы концерт номеры.

«Шәжәрә байрамы» проекты республикала ғаилә традицияларын, урындағы кәсептәрҙе һәм традицион халыҡ кейемен, фольклорҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

0+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-23/vpervye-v-ufe-prazdnik-sh-zh-r-bayramy-proydet-v-ramkah-kitap-bayrama-3779266

Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы»нда «Шәжәрә байрамы» ойошторола
Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы»нда «Шәжәрә байрамы» ойошторола
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: