Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһына һөжүм итте. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының хужалыҡ объекттарының береһе зыян күрҙе, тип яҙғайны «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Үҙебеҙҙең сәнәғәт объекттарының именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Оператив штабтың күсмә ултырышында беҙ ғәмәлдәге һаҡланыу системаһының эшен тикшерҙек һәм ошо йәһәттән өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килештек, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Предприятие етәкселәре диверсия хәүефе янауын баһаларға һәм производстволарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди ҡарарға тейеш».