Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Усманова Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә миҙгел башынан талпандан тешләнгән 676 кеше, шул иҫәптән 285 баланың медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеүе тураһында белдерҙе.
Әлеге ваҡытта талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыусылар теркәлмәгән. Лабораторияларҙа дүрт энцефалитлы талпан асыҡланған, боррелиоз таратыусылар иһә 11%.
«Хәҙер парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында акарицид ярҙамында эшкәртеү үткәрелә. Планлаштырылған 1000 гектарҙың 80% эшкәртелгән, был эш 1 майға тиклем тамамланырға тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство вәкиле.