+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
28 Февраль , 11:11

Тауыш биреүселәрҙең иҫәбе мәғлүмәтлелеккә бәйле

Яңыраҡ республикала эш сәфәре менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко булып китте. Вазифалы ҡунаҡ бер нисә һорауға яуап бирҙе

Тауыш биреүселәрҙең иҫәбе мәғлүмәтлелеккә бәйле
Тауыш биреүселәрҙең иҫәбе мәғлүмәтлелеккә бәйле

- Евгений Александрович, һайлауҙы ойоштороусылар
менән осрашҡанда Һеҙ “ИнформУИК” проектына ҙур иғтибар
бирәһегеҙ. Ул нимәгә бәйле?
- Һайлауға, айырыуса илебеҙ Президентын һайлау кеүек
мөһим сараға әҙерләнгәндә тауыш биреүселәргә кәрәкле,
тейешле мәғлүмәт еткереү мөһим. Был һорауҙы хәл итеү өсөн
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы “Информ УИК” проектын
ебәрҙе. Уның сиктәрендә республикала төрлө сәйәси партияға
ҡараған 11 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы һәр
йорт буйлап йөрөп, кандидаттар, тауыш биреү тураһында
мәғлүмәт еткерә. 25 процент йортто йөрөп сыҡҡан һөҙөмтә
буйынса 87 процент тауыш биреүсенең һайлауға барасағы, 7
проценттың барырға теләүе асыҡланды. Әгәр төрлө математика
моделенә таянып иҫәпләһәң, Рәсәй Президентын һайлауға
Башҡортостанда 84-87 процент кеше барасаҡ. Бының өсөн
тауыш биреүсегә бөтә уңайлыҡтарҙы, мөмкинлектәрҙе
ойошторорға кәрәк. Мәҫәлән, шул уҡ 25 процент йорт хужаһы
араһында 74 процент тауыш биреүсе йорт буйынса йөрөүсе
менән аралашыуын иҫәпкә алған хәлдә, 17-20 процент һайлаусы
өйҙән генә тауыш бирергә теләүе асыҡ күренә.
- Кешеләр участка һайлау комиссиялары менән осрашыуға
нисек ҡарай?
- Һайлау комиссиялары йорт буйлап йөрөйәсәктәре
тураһында алдан иҫкәрткәнгә күрә, граждандар был сараға
ыңғай ҡарай. Киң мәғлүмәт саралары ла был теманы
яҡтыртыуға әүҙем ҡушылды.
Йорттар буйлап йөрөүселәрҙе брендлы кейем, сумка аша
танырға мөмкин. Һәр береһендә участка һайлау комиссияһы
таныҡлығы бар. Күбеһе участка һайлау комиссияһы ағзаларын
ҡунаҡсыл ҡаршылай, һорауҙарға ихлас яуап бирә, әңгәмәләшә.
Аралашыуға килмәгән, осрашырға теләмәгән осраҡтар бармаҡ
менән һынарлыҡ.
- “Мобиль УИК” проекты граждандарҙың электораль
әүҙемлегенә нисек йоғонто яһай?
- Миҫал килтерәм. Былтыр төбәк һәм урындағы
һайлауҙарҙа участка һайлау комиссиялары шундай уҡ “Мобиль
УИК” пилотлы проекты менән эшләне. Участка һайлау
комиссияһы ағзалары йорттар буйлап йөрөгәнгә күрә, унан
алдағы йыл менән сағыштырмаса һайлауға 19 процентҡа
күберәк кеше килде. Был граждандарҙың мәғлүмәтле булыуына
бәйле. Ғөмүмән, 2016 йылдан алып Рәсәй Үҙәк һайлау
комиссияһы граждандарҙың әүҙемлеген арттырыуға ҡоролған
бурыстар башҡара: өс көнлөк һайлау, “Мобиль һайлаусы”,
күҙәтеүсе контроле аҫтында өйҙә һайлау, дистанциялы электрон
тауыш биреү.
- Был юҫыҡта мөһим аҙымдарҙың береһе булып “Мобиль
һайлаусы” механизмын индереү булғандыр?
- Ул яңылыштан ғына килеп сыҡманы. Ысынбарлыҡта
теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы ауырлыҡтар һәм ялыуҙар
тыуҙырҙы. Уны алыр өсөн кеше теркәлгән урындағы комиссияға
барырға тейеш ине. Ә “Мобиль һайлаусы” механизмын
ҡулланып, граждан урынлашҡан урынында ғына тауыш бирә
ала. Республика халҡының күбеһе вахта ысулы менән эшкә
йөрөй, йәштәр ҡырҙа уҡый. Улар күп функциялы үҙәктәргә,
теләгән һайлау участкаһына бара ала. Тик тауыш бирер алдынан
ғариза яҙыу мотлаҡ. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында
эшләргә була. “Мобиль һайлаусы” үҙенең һайлау участкаһынан
теркәүҙән төшөп, Рәсәй Федерацияһының теләгән
субъектындағы участкаһына теркәлә ала. Беренсе тапҡыр
“Мобиль һайлаусы” механизмы 2017 йылда урындағы һайлауҙа
тәжрибә үтте. 2018 йылда РФ Президентын һайлағанда 5
миллион 700 мең кеше “Мобиль һайлаусы” сиктәрендә тауыш
бирҙе. Башҡортостанда 129 мең граждан ғариза яҙҙы һәм 107
меңдән ашыуы тауыш бирҙе. “Мобиль һайлаусы” буйынса 83
процент кеше һайлауҙа ҡатнашты. Рәсәй буйынса уртаса
күрһәткестән юғарыраҡ.
- Евгений Александрович, рәхмәт. Һайлаусыларға ниндәй
теләктәрегеҙҙе еткерәһегеҙ?
-Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау алдағы 6 йылға
иң мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға булып тора. 2024 йылдың 15,
16 һәм 17 мартында теркәлгән һайлау участкаларында (“Мобиль
һайлаусы”), өйҙән һайлау механизмдарын файҙаланып,
граждандар тауыш биреү хоҡуғына эйә.
ВСТАВКА
“ИнформУИК” – 2024 йылдың 17 февраленән алып 7
мартына тиклем Рәсәй Президентын һайлау тураһында участка
һайлау комиссиялары ағзалары тарафынан адреслы мәғлүмәт
еткереүҙе бойомға ашырыу Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы
проекты. Башҡортостан Республикаһында 11 меңдән ашыу
участка һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреүсегә һайлау
тәртибе, кандидаттар, участка урынлашҡан урын тураһында
мәғлүмәт бирәсәк.
25 февралгә ҡарата “Информ УИК” йорттар буйлап
йөрөүселәре 62,5 процент йортта булған, 1 миллион 549 мең
кеше менән һөйләшеү үткән. “Һайлауҙа ҡатнашасаҡһығыҙмы?”
тигән һорауға 89 процент ыңғай яуап биргән. Шуларҙың 13
проценты өйҙән тауыш бирәсәк, ҡалғандар һайлау учатсткаларына барасаҡ.

Тауыш биреүселәрҙең иҫәбе мәғлүмәтлелеккә бәйле
Тауыш биреүселәрҙең иҫәбе мәғлүмәтлелеккә бәйле
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: