+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
28 Февраль , 10:28

Благоварҙар сәләмәт тормош яҡлы

Ошо көндәрҙә Благовар районының Яныш ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ауыл ирекмәндәре менән "Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы" сәләмәтлек флешмобы үткәрелгән.

Благоварҙар сәләмәт тормош яҡлы
Благоварҙар сәләмәт тормош яҡлы

Ойоштороусылар, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн, ошондай саралар уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне.

Волонтерҙар спорт һәм һаулыҡ тураһында күңелле сара әҙерләгән, ҡатнашыусылар менән бергәләп бейеү флешмобы үткәргән, улар барыһына ла ыңғай кәйеф биргән.

Сәләмәт йәшәү рәүеше - ул һаулыҡты нығытыу ғына түгел, кешеләр менән аралашыу, фекерҙәштәр эҙләү һәм тирә-йүндәгеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү ул.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_76057

Благоварҙар сәләмәт тормош яҡлы
Благоварҙар сәләмәт тормош яҡлы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: