+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
16 Ғинуар 2023, 11:51

Туймазыла фатир яна

Янғын Сулпан-2 биҫтәһендә сыҡты.

Иртәнге сәғәт алтынсыла Сулпан-2 биҫтәһендәге туғыҙ ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында фатир янып китә.

Билдәле булыуынса, фатирҙа бәлиғ булмаған балалы ғаилә йәшәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғында һәләк булыусылар юҡ. Утты һүндереүгә 48-се янғын һүндереү часынан 5 техника берәмеге килде. Күп фатирҙар ныҡ төтөн менән ҡапланған, ә подъезд аша сығыу ҡыйынлашҡанға күрә, янғын һүндереүселәр кешеләрҙе тәҙрәләр һәм балкондар аша эвакуациялай.

Медиктар кәрәкле ярҙам күрһәтә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: