+26 °С
Облачно
Общество
12 Октября 2022, 09:53

Яҡташ һалдаттарҙың хәрби күнекмә урынында республиканың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов булған

Мобилизацияланғандарҙың Ҡазан ҡалаһындағы хәрби уҡытыу үҙәгендә   Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов булған. Бының турала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың яҙмаһына һылтанма менән Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итә.

«Беҙҙең яугирҙәр менән тағы ла осраштым. Сәләмдәрҙе еткерҙем, егеттәрҙең һорау-үтенестәрен үтәнем, кәрәкле әйберҙәр килтерҙем. Яҡташыбыҙ, РФ атҡаҙанған артисы Салауат Фәтхетдинов та тәтешлеләрҙең күңелен күтәрергә килгән ине. Изге теләктәр менән ихлас күңелдән һүҙҙәр күп яңғыраны. Үҙ сиратта, егеттәр Тәтешле районына ҡайнар сәләмдәрен һәм ҙур рәхмәтен ебәрҙе. Улар – афарин! Ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да үтәйҙәр. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Алға, Тәтешле!» — тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Фәнүр Шәйхисламов.

Республика менән идара итеү үҙәгенән өҫтәүҙәренсә, билдәле йырсы Нефтекама дәүләт филармонияһы музыканттары менән Ҡазанда Асҡын районынан яҡташтар менән күрешкән.
 

«Республика көнөндә Ватанды һаҡларға йүнәлеүселәрҙең күңелендә лә байрам кәйефе тыуҙырырға тырыштыҡ. Мобилизацияланған егеттәргә яҡын-туғандарынан сираттағы посылкалар партияһын тапшырҙым. Улар көр рухлы, кәйефтәре лә шәп. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, егеттәр! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм көтәбеҙ!» — тигән үҙенең сәхифәләрендә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-12/bash-ortostandan-sa-yryl-an-aldattar-y-h-rbi-k-nekm-urynynda-respublikany-haly-artisy-salauat-f-thetdinov-bul-an-2986046

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас