+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
19 Сентябрь 2022, 16:19

Туймазыла тау батшаһын һайланылар

 Туймазы районында тау йүгереүе буйынса район асыҡ чемпионаты үтте.

Туймазынан, Октябрьскийҙан, Бәләбәйҙән 100-ҙән ашыу еңел атлет ҡатнашҡан ярыштар өсөн күп йылдар элек Райман ауылы янында төҙөлгән түңәрәк мототрасса файҙаланылды. Был ҡалҡыу трассала 500, 1100, 2200 һәм 3300 метрға йүгереүҙә мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәштәр, спорт ветерандары ярышты.

Тәүге тапҡыр спортсылар өсөн 400 метрлыҡ спринт дистанцияһы билдәләнде. Унда көрәш йәш категорияларын иҫәпкә алмайынса барҙы. Финишта барыһына ла миҙалдар тапшырылды, призерҙар бынан тыш, миҙалдар, кубоктар, бағыусыларҙан бүләктәр алды. Ярыштар Туймазы районында өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Тәүге ике тау короле тип Туймазы юридик колледжы студенты Наджибулло Шәфиев танылды.

Ҡатын-ҡыҙҙар 2200 метрлыҡ дистанцияла ярышты. Еңеүҙе «Олимпиец» спорт комплексының фитнес тренеры Эвелина Хәйруллина яуланы. Уға 23 йәш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙ һигеҙ йәштән алып еңел атлетика менән шөғөлләнә.

Бәләбәйҙән 49 йәшлек еңел атлет Игорь Федоров тау короле тип танылды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: