+19 °С
Облачно
Общество
8 Сентября 2022, 08:51

Һыу инеү миҙгеле һөҙөмтәләре

Һыу инеү миҙгелендә - 2022 йылда Октябрьский ҡала һыу ятҡылыҡтарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һигеҙ кешенең ғүмерен ҡотҡарған.

Октябрьскийҙың һыу объекттарында һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә ябыҡ тип иҫәпләнә. Баш ҡалала ике аттестацияланған пляж эшләгән, уларҙа ҡотҡарыусылар һәм фельдшерҙар даими дежурҙа торған.

Улар 12 гражданға ярҙам күрһәткән. 122 иҫкәртеү төркөмө, уларҙа 389 кеше ҡатнашты, 154 рейд үткәрҙе, хәүефһеҙ һыу инеү буйынса 3940 инструкция таратты. Хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата ун административ протокол төҙөлгән: икәүһе - йыһазландырылмаған урында һыу ингәндә, һигеҙе пляждарҙа спиртлы эсемлектәр эскән өсөн.

Нисек кенә ҡайғылы булмаһын, быйыл дүрт кеше батып үлгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда алты фажиғәле осраҡ теркәлгән.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас