+16 °С
Ясно
Общество
1 Сентября 2022, 09:12

Рәсәйҙең мәғариф министры мәктәпте ремонтлау өсөн аҡса йыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре кабинеттарҙы яңыртыу өсөн йыл һайын аҡса бирергә тейеш түгел. Бынан тыш, аҡса йыйыуҙы ойоштороу закон боҙоу тип иҫәпләнә. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

«Аҡса йыйыу - енәйәт эше. Шуға күрә мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм беҙгә хәбәр итергә кәрәк. Капиталь ремонт программаһына килгәндә, беҙҙә 7,5 мең мәктәпкә 500 миллиард һум бүленгән. Ә ағымдағы ремонт эштәре төбәк бюджеттары иҫәбенә башҡарыла. Шуға күрә бер кемдән дә аҡса йыйырға тейеш түгелдәр», - тине Кравцов.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-31/r-s-y-e-m-arif-ministry-m-kt-pte-remontlau-s-n-a-sa-yyyyu-a-arata-fekeren-belder-e-2930235

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас