. Ауыл шәжәрәһе — ырыу ағасында йөҙләгән исемдән һәр кем үҙ туғанын табырға тырышты. Байрамға килеүселәрҙең күбеһе бында күптән йәшәмәй йәки бөтөнләй икенсе ерҙә тыуған, ләкин улар бөтәһе лә тарих менән бәйле.
Ауылдың өс быуатҡа яҡын тарихы бик бай. Мәғлүм булыуынса, 1913 йылда баҫылған ауыл шәжәрәһе 16 быуатҡа барып тоташа, рәсми сығанаҡтарҙа ул 1742 йылдан алып билдәле. Шәжәрәлә 1523 йылда уҡ ауылға нигеҙ һалыусы Исламбаҡый Аҙнағоловтоң ата-бабалары Ҡазан ханы Сәхипгәрәйҙән тарханлыҡҡа ярлыҡ алған тип хәбәр ителә.
https://vk.com/wall-109622739_54627?w=wall-109622739_54627