- Ҡарап тороуға минең алда ағас ята ине. Ә тотоп ҡарауға ул йылы ағас түгел, ә һалҡын таш ине, етмәһә, ул ныҡ ауыр ҙа булып сыҡты, - тип һөйләй Почкилев. - Дөрөҫөн әйткәндә, минең алдымда тарихи артефакт ятыуына шунда уҡ ышанманым. Бер нисә көн карьерға килеп ҡарап йөрөнөм. Был табыштың ғәҙәти булмағанлығына инанғас ҡына, уның хаҡында тыуған яҡты өйрәнеүсе иптәштәремә һөйләнем.
Табыштың үҙенсәлекле булыуын тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Бирюзов та раҫлай.
- Ташҡа әүерелгән ағас нисек барлыҡҡа килә? - тип һөйләне Юрий Леонидович. - Ул үҫемлек кислородһыҙ ерҙә, ер аҫтына күмелгәс барлыҡҡа килә. Кислород булмағас, ағас серемәй. Йылдар үтеү менән үҫемлек материалын минералдар алмаштыра. Һөҙөмтәлә ағас молекуляр кимәлдә үҙгәреп, консервалана.
Ташҡа әүерелгән ағас ниндәй үҫемлек булғанын билдәләүе ҡыйын. Быны ғалимдар асыҡлаясаҡ.
Игорь Данилко, тыуған яҡты өйрәнеүсе, географ:
- Ташҡа әүерелгән ағас пермь осорона тура килә, уларҙың йәше 270-268 миллион йыл тәшкил итә.