+12 °С
Облачно
Общество
19 Июля 2022, 07:48

Кисә кис Шаран районда йәш егет юғалған

Ул Загорный Клетья ауылы эргәһендә Сөн йылғаһына һыу инергә барған һәм батып үлгән.

Ошо турала Шаран районы башлығы Фидан Ишемғолов үҙ фекере менән уртаҡлашты:

-          Һәр төрлө ҡағиҙәләр буш урындан барлыҡҡа килмәгән, улар ҡан менән яҙылған. Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.

 Беҙҙең 2 пляжды асыуға рәсми ҡағыҙҙарҙың килмәүенә ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар эҫе көндәр етеү менән Шаран һыу һаҡлағысында һәм Яңы Йөҙәй ауылы янындағы Чукаев быуаһында дежурҙа тора. Башҡа урындарҙа һыу инеү тыйыла!

Йылдан-йыл йыһазландырылған пляждар һанын арттырасаҡбыҙ. Йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас