+24 °С
Облачно
Общество
7 Июля 2022, 07:46

Аэрофлот Бодрумға һәм Даламанға рейстарҙы тергеҙә

Аэрофлот 15 июлдән — Бодрумға, ә 17 июлдән Даламанға рейстарҙы тергеҙә, тип хәбәр итте компанияның матбуғат хеҙмәте.

Бодрумға рейстар Мәскәүҙән көн һайын түбәндәге расписание буйынса башҡарыла (урындағы ваҡыт):

SU2120 Шереметьево (SVO-C) — Бодрум 10.10, 16.00

SU2121 Бодрум — Шереметьево (SVO-C) 17.10, 22.35.

Даламанға рейстар аҙнаһына өс тапҡыр дүшәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә Airbus A320 самолеттарында (урындағы ваҡыт):

SU2122 Шереметьево (SVO-C) — Даламан 18.35, 00.20

SU2123 Даламан — Шереметьево (SVO-C) 01.30, 07.00.

Бынан алда «Башинформ» 1 июлдән «Аэрофлот» һәм «Рәсәй» авиакомпанияларының «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан осоштар йышлығын арттырыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас