+24 °С
Дождь
Общество
27 Июня 2022, 10:09

Кеше үлтереүсене еҫенән тапҡандар

Яуыз кешене табырға ғәҙәти булмаған экспертиза ярҙам иткән.

2011 йылдың декабрендә Эске эштәр министрлығының Туймазы бүлегенә 20 йәшлек Руслан Ризуановтың юғалыуы тураһында ғариза килә (бөтә исемдәре һәм фамилиялары үҙгәртелә).

Русланды эҙләй башлайҙар, ләкин эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Туймазы егетен икенсе көнөнә лә, өсөнсөһөнә лә тапмайҙар...

Ниндәйҙер мәлдә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һәм туғандарының, Руслан иҫән һәм уны ҡайҙалыр көсләп тоталар, тигән өмөтө бар ине. Ризуановтың дуҫтарының береһе, иптәшен эҙләргә маташып, уға кеҫә телефонына шылтыратҡан. Кемдер хатта трубканы ла ала - теге оста шау-шыу ишетелә. Тиҙҙән оперативниктар билдәһеҙ кешенән Русланды урлауҙары тураһында хәбәр ала. Ләкин версия ентекле тикшерелгәндән һуң, был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡланды.

Йәш кешенең кәүҙәһе ярты йылдан һуң Туймазы ситендә табыла. Тәүге минуттарҙан уҡ уны үлтергәндәре асыҡлана. Уға бысаҡ менән сәнескәндәр. Бынан тыш, уның бөтә кәүҙәһе ҡанға батҡан, был Русланҙың үлер алдынан ныҡ ҡаршы тороуы хаҡында һөйләй. Хатта күпте күргән оперативниктар ҙа  аптырашта ҡалғаны - уның енси ағзаһы киҫелгән була, уны мәйетән бер нисә метр алыҫлыҡта тапҡандар. Ҡалала оператив-эҙләү эшмәкәрлеге башлана: мәрхүмдең дуҫтарынан һәм туғандарынан һорау алына, быға тиклем дә шуға оҡшаш енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән кешеләргә ҡарата тикшереү эштәре алып барыла. Ләкин һәр саҡ тәфтишселәрҙең версиялары ялған булып сыға.

Ваҡыт үтә, әммә бер нимә лә асыҡланмай. Йәш егетте шулай аяуһыҙ үлтереүҙәре бер нисек тә аңлашылмай.

Был эшкә аныҡлыҡты оперативниктар оҙайлы ете йылдан һуң ғына тапҡан.

- Рәсәй колонияларының береһендә ултырыусы кеше үҙенең камералаштарына бер нисә йыл элек Башҡортостанда кешене үлтереүе һәм бының өсөн яза алмауы хаҡында һөйләне, - тип һөйләй Туймазы район-ара суды судьяһы Евгений Степанов. - Аныҡ деталдәрҙе - исем-шәрифтәрен, енәйәт ҡылыу сәбәптәрен - ул атаманаған. Ләкин ошо үлтереү ҡыш көнө автомобиль һүтеү  пункты янындағы ташландыҡ урында булған, тип хәбәр итте.

Был ер Ризуановтың мәйете табылған урын менән тап килә. Шул рәүешле ғәйепләнеүсе барлыҡҡа килә – ул бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, шул иҫәптән көс ҡулланған өсөн, 32 йәшлек Марат Вәхитов була. Был мәлдә ул төрмәнән сыҡҡан була.

Оперативниктар менән әңгәмә барышында Вәхитов был енәйәткә ҡыҫылышы булыуын ҡәтғи рәүештә инҡар итә. Полиграфта тикшереү уның дәлилдәрен кире ҡаға алманы. Әммә полиграф был эштең шарттары тураһында уға билдәле булыуын күрһәтте.

- Эйе, суд полиграфтан алған таныуҙары дәлил итеп танымай, - тип аңлата Евгений Николаевич. - Ләкин был мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн оператив эштә ҡулланырға мөмкин. Һөҙөмтәлә 2019 йылда беҙҙең практикала тәүге тапҡыр Рәсәй Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәге лабораторияһында ольфактор экспертизаһын тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ябай әйткәндә, ул енәйәтсенең еҫен енәйәт урынында ҡалдырыуына нигеҙләнгән. Һәм, атап әйткәндә, ҡорбандың әйберҙәрендә. Руслан Ризуановтың джемперы, эске кейеме һәм башлығы бар ине, шул арҡала ошондай экспертиза үткәреү мөмкинлеге тыуҙы. Хәҙер бөтә эйберҙәрҙе асыҡлау өсөн ғәйепләнеүсенең ҡанын анализға алыу ҙа етә. Билдәләнгән көндө бының өсөн махсус бүленгән бинала өс тиҫтә өлгөләр араһында үлтерелгән Туймазы кешеһенең әйберҙәре һалынды. Өс махсус өйрәтелгән эткә енәйәтсенән алынған пробаны еҫкәтеп, сиратлап ошо бинаға индерҙеләр. Һәм уларҙың һәр береһе Ризвановтың әйберҙәре янында ғына туҡтаған. Яңынан әйберҙәрҙе тикшергәс, уның кейемендә Вәхитовтыҡы булған ваҡ ҡан тамсылары табылған.

Алдан тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең традицион булмаған енси йүнәлеше менән айырылып тороуы һәм иҫерек килеш ирҙәрҙе енси актҡа мәжбүр итеүе асыҡланды.

Ун йыл элек ни булғанын бөгөн асыҡлауы ҡыйын. Шуныһы ап-асыҡ: кеше үлтереүсе һәм уның ҡорбаны элек таныш булмаған, уларҙың осрашыуы осраҡлы ғына булған. Һәм тағы. Ольфактор экспертизаһы Вәхитовтан тыш енәйәт урынында тағы бер кешенең булыуын күрһәтте. Етмәһә, камерала  Вәхитов тағы бер мөһим деталде хәбәр итә: егетте аяуһыҙ үлтереүгә тағы бер кеше ҡушылған. Быны тәфтиш органдары әлегә асыҡлай алманы...

Был эштең һөҙөмтәһе законлы. Кеше үлтергәне өсөн 2021 йылда Вәхитовты 14 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатҡандар.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас