Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!»
Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың ошо юлдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде.
Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залының Бәләкәй залында исемле йылдың төп йүнәлештәре презентацияланды. Был сараның арҙаҡлы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең 105 йыллығына арналған концерт алдынан үтеүе оло әһәмиәткә эйә.
— Беҙҙең өсөн бөгөн бик бай һәм эстәлекле көн. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте, ил Президенты В.В. Путин Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен, мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни традицияларын, тарихын һәм ҡомартҡыларын, этномәҙәни төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, маҡсаттар ҙур, һүҙ халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында бара — бөгөн ошо хаҡта фекер алышырға йыйылдыҡ, — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.