+17 °С
Дождь
Общество
10 Ноября 2021, 12:23

Башҡортостан рекорд ҡуйҙы

Ҙур этнографик диктантта быйыл республикабыҙҙан күпме кеше ҡатнашҡан?

"Халыҡтар күп – ил берәү" лозунгы аҫтында үткән мәғрифәт акцияһы Рәсәйҙәге Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Диктантты яҙыр өсөн www.miretno.ru сайтына инеп теркәлергә кәрәк ине.

Быйыл сарала ил төбәктәренең барыһынан да һәм 95 сит илдән 2 679 689 кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 341 027-һе - Башҡортостандан. Проект халыҡҡа этнографик белем кимәлен тикшерергә генә түгел, ә Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһындағы мәғлүмәттәрҙе арттырырға ла булышлыҡ иткән.

Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Людвиг Зидымаков: "Диктантта ҡатнашҡандар үҙ милләте тураһында ғына түгел, ә күп милләтле республикабыҙ, илебеҙ халыҡтары хаҡында ла файҙалы мәғлүмәт алды", – ти.

Этнодиктантҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Башҡортостандағы "Эрвел Мари" милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Виталий Ялаев та быйыл беренсегә милләттәр өлкәһендәге белемен һынап ҡараған. "Беҙгә үҙебеҙ йәшәгән илдең тарихын, үҙенсәлектәрен белеү бик мөһим. Рәсәй бит, тәү нәүбәттә, кешеләр!" – тип билдәләй ул.

Сыуаш телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Канаш" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Людмила Мурманская һүҙҙәренә ҡарағанда, этнографик диктант халыҡтар менталитетын нығыраҡ аңларға, кешеләрҙең берҙәмләшеүенә, бер-береһенең мәҙәниәтен хөрмәтләргә булышлыҡ итә.

Үткән йыл был диктантты Рәсәй һәм сит илдәрҙә йәшәгән 1,7 миллион кеше яҙҙы, шуларҙың 138 409-ы – Башҡортостандан, был Мәскәү ҡалаһынан һуң икенсе һөҙөмтә ине.

Башҡортостанда Ҙур этнографик диктантты республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы. 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас