+13 °С
Ясно
Общество
3 Ноября 2021, 05:02

Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫеле теркәлде!

Бүздәк районының мирауай суды судьяһы Ғүмәр Андарйәнов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һорауҙарына яуап биргән һәм һеҙҙе лә был граждланлыҡ бурысын үтәргә саҡыра.

Ғүмәр Мәхмүт улы яуаплы вазифаны башҡарыусы ғына түгел, ә туған яҡтын тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы ла.

Әйткәндәй, яҡшы яңылыҡ: Рәсәйҙә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн рәүештә халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге 8 ноябрҙән 14 ноябргәсә оҙайла. Был хаҡта Россстат хәбәр итә.
Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов әйтеүенсә, илдә коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелгәндән һуң, порталда халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар һаны артыуы күҙәтелә.
«Тап шуның өсөн беҙ был мөмкинлекте 8-нән 14 ноябргә тиклем оҙайттыҡ, һис шикһеҙ, был кешеләргә халыҡ иҫәбен алыуҙа онлайн ҡатнашыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирә», — ти ул .

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас