+13 °С
Облачно
Общество
3 Ноября 2021, 05:00

Экваторҙы үттек!

Иҫәпкә алыусылар һәм иҫәпкә алыу участкалары ял һәм байрам көндәрендә лә эшләй.

Әле генә башланған кеүек булһа ла, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға ике аҙна ғына ҡалды. "Башҡортостанстат"тан хәбәр итеүҙәренсә, әле республика халыҡ иҫәбен алыу буйынса экваторҙы үтте, йәғни ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың 82 процентын иҫәпкә алыусылар теркәгән.

Иҫәпкә алыусылар менән аралашҡандан һуң теркәүҙе үтеү һәм һорауҙарға яуап биреүе еңел. Бөтә ғаиләне теркәүгә 15-20 минут китә. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша ҡатнашыуы ла еңел һәм уңайлы.

Иҫәпкә алыусылар һәм иҫәпкә алыу участкалары ял һәм байрам көндәрендә лә эшләй, йәғни 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем. Иҫәпкә алыу участкалары адресы тураһында мәғлүмәтте https://bashstat.gks.ru/populationcensus2020 сайтында белә алаһығыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны эшләй - 8 800 347 11 02.

Фото: социаль селтәрҙән. 

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая

                             
Автор:Рәмилә Мусина

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас