+20 °С
Облачно
Общество
3 Ноября 2021, 05:08

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк. Дүрт төп һорау

Рәсәйҙә ун икенсе халыҡ иҫәбен алыу башланды, дүшәмбенән меңләгән иҫәп алыусы фатирҙар буйлап йөрөй. Был хәүефле түгелме, нисек уҙғарыла һәм ни өсөн кәрәк. Беҙ көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙек

1. Иҫәп алыусылар хәүефһеҙлек нормаларын үтәй
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыусыларҙың яҡынса 80% коронавирусҡа иммунитеты бар, йәғни улар яңыраҡ ауырыған йәки прививка эшләткән. Ләкин улар барыбер битлек кейергә тейеш!

Иҫәп алыусыны формаһы буйынса танырға мөмкин: «2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу» логотибы менән шарф, сумка-портфель, жилет. Халыҡ иҫәбен алыу күсерелһә лә, форманы һәм логотипты үҙгәртеп тормағандар. Иҫәп алыусының рәсми танытмаһын һорарға мөмкин, ул уны паспорты менән бергә күрһәтергә тейеш.

Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Эске эштәр министрлығы рәсәйҙәрҙе мутлашыусыларҙың да үҙҙәрен иҫәп алыусылар тип танытыуҙары мөмкин икәнен иҫкәртте. Хәүефләнергә урын бар, әгәр:

  «иҫәп алыусы» иҫәп алыу ваҡытында түгел, йәғни 14 ноябрҙән һуң килһә;

  СМС-хәбәр йәки телефон ярҙамында иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙы һораһа. Ысын иҫәп алыусылар паспорт йәки башҡа шәхси мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынмай, уларҙы ҡайҙалыр ебәреүҙе һорамай;

  һорауҙарға урамда яуап бирергә тәҡдим итһә. Иҫәп алыуҙы өйҙә генә үткәрергә мөмкин.

Һеҙҙең иҫәп алыусыны өйгә индермәҫкә, ә коридорҙа ғына һөйләшергә, шәхси йорт икән, ишек алдында аралашырға хоҡуғығыҙ бар.

2. Бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй
өтәһе 33 һорау. Уларға яуап биреү өсөн 10-20 минут тирәһе ваҡыт китә. Һорауҙарға 14 йәштән өлкән һәр кем, шулай уҡ ғаилә ағзаларының береһе яуап бирергә мөмкин.

Ҡайһы берәүҙәр, һуңынан барлыҡ мәғлүмәт «кәрәкле урынға» – һалым хеҙмәтенә тапшырылыр, аҙаҡтан иһә йәшерен мөлкәт өсөн аҡса талап итергә килерҙәр йәки полиция беҙҙең теркәлгән урында йәшәмәгәнде, ә фатирҙы ҡуртымға биргәнде белеп ҡалыр, тип хәүефләнә. Ләкин иғтибар менән ҡарағыҙ: ҡағыҙҙа мөлкәт, килем, кемдең фатиры булыуы хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Унда һеҙҙең фамилияғыҙ ҙа юҡ. Ҡайһы бер иҫәп алыусы бер үк кешене ике тапҡыр теркәмәҫ өсөн исемегеҙҙе һорарға мөмкин. Әгәр теләмәһәгеҙ, яуап бирмәгеҙ, был һеҙҙең хоҡуҡ.

Никахығыҙ рәсми теркәлгәнме-юҡмы, өйҙә русса йә иһә башҡортса һөйләшәһегеҙме, өйҙөң стенаһы ниндәй материалдан, фатирығыҙҙа һыу үткәргес бармы – былар мөһим, ләкин һалым хеҙмәтенә, махсус хеҙмәттәргә, айырыуса бандиттарға кәрәкмәй.

Халыҡ иҫәбен алыуҙың төп маҡсаты – кешеләрҙең һанын иҫәпләү түгел, бының өсөн полицияла, һалым хеҙмәтендә һәм ЗАГС-та мәғлүмәттәр базаһы бар. Бөгөн республикала кемдең нисек йәшәгәнен асыҡлау мөһимерәк. Милләт, телдәрҙе белеү, милләт-ара никахтар һаны, белем, никахтың ғәмәлдәге хәле, эшкә барыу өсөн күпме ваҡыт китә, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары – дәүләт базаларында ошо мәғлүмәттәрҙең береһе лә юҡ, уларҙы иҫәп алғанда ғына белергә була.

3. Теләгән милләтте күрһәтергә мөмкин
Иҫәп алыу ҡағыҙҙарында «Милләтегеҙ кем» тигән һорау асыҡ, йәғни дөрөҫ йәки дөрөҫ түгел тигән яуаптар юҡ. Иҫәп алыусыларға йүнәлешле һорау биреү йәки яуапты шик аҫтына ҡуйыу тыйыла. Үҙегеҙҙе башҡорт тип тояһығыҙ икән, «башҡорт» тип яҙҙырығыҙ. Быны раҫларға кәрәкмәй.

Бер нисә милләтте һәм өйҙә аралашҡан бер нисә туған телде күрһәтергә мөмкин (мәҫәлән, башҡорт һәм рус). Һеҙҙең өсөн ул ғәҙәти күренеш булһа, фән өсөн бик мөһим – Башҡортостанда һәр өсөнсө никах ҡатнаш һәм уларҙың һаны арта бара.

2010 йылда уҙған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Башҡортостанда 160 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың 90% – республика халҡы йәғни 3,6 миллион кеше (рустар, башҡорттар һәм татарҙар). Беҙҙә сыуаштар, мариҙар, украиндар, мордвалар, удмурттар, белорустар ҙа күп. Һирәк осрағандарҙан: 18-ҙе – Американан, өсәү – Африканан, берәү – Көньяҡ Африканан (рәсми отчетта тап шулай тип яҙылған), ике ительмен (Камчатка ярымутрауында йәшәгән аҫаба халыҡ), ете чукча, хатта бер маори (Яңы Зеландияның аҫаба халҡы).

4. Иҫәп алыу һөҙөмтәләре кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн ҡулланыла
Иҫәп алыу һөҙөмтәләре 2022 йылдың ғинуарында әҙер булырға тейеш. Дәүләткә был һандар бюджетты, биләмәләрҙе үҫтереү программалары, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линиялары төҙөү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, А һәм В ауылдарында балалы ғаиләләр күп икән, ти. Тимәк, тиҙҙән унда балалар баҡсаһынан тыш, мәктәп тә төҙөргә кәрәк. Әгәр унда ла, бында ла күпселек вахта ысулы менән эшләһә, хеҙмәт урындарын асыу талап ителә.

Мәҫәлән, уҙған иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса ауыл ерендә халыҡтың кәмеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә йәшәү кимәлен күтәреү буйынса программалар ҡабул ителде – «Ауыл табибы», ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ индереү һәм башҡалар.

Бына тағы бер нисә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. 2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда:

  4072393 кеше йәшәгән. Был Волга буйы федераль округында – беренсе, ә илдең барлыҡ төбәктәре араһында етенсе урын.

  Халыҡтың 60,4% – ҡалала, 39,6 % ауылда йәшәй.

  Уртаса йәш – 37,9 йәш (2002 йылда иһә 36,4 йәш).

  Эшкә һәләтле халыҡ – 61,6% (2,5 миллион), был йәштән үткәндәр – 20,2% (0,8 миллион), балалар һәм үҫмерҙәр – 18,2% (0,74 миллион).

  1000 ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

  89,3% республикала тыуып үҫкән, 10,7% Башҡортостандан ситтә тыуған, шул иҫәптән 275 меңе – башҡа төбәктәрҙә, 150 меңе – элекке совет республикаларында, биш меңе – сит илдәрҙә.

  халыҡтың 97,4% – шәхси бер бүлмәле йәки күп фатирлы йорттарҙа, 2,5% – дөйөм ятаҡтарҙа, 0,1 % башҡа торлаҡ биналарҙа йәшәй.

  кешеләрҙең 48,4% – 1971-1995 йылдарҙа төҙөлгән, 25 % – 1957-1970 йылдарҙа, 17,6% һуңғы 15 йылда һалынған йорттарҙа көн күрә.

Иҫәп алыу йыш үткәреләме?
Рәсәй тарихында бөтәһе 11 халыҡ иҫәбен алыу уҙғарылған. Тәүгеһе – 1897 йылда, ул саҡта империя биләмәһендә 125,7 миллион кеше йәшәгән. 1990 йылдарҙа илдә бер тапҡыр ҙа халыҡ иҫәбен алмағандар. Рәсәйҙең яңы тарихында беренсе иҫәп алыу 2002 йылда үткәрелгән. Һуңғыһы иһә 2010 йылда.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы илдәргә халыҡ иҫәбен алыуҙы ун йылға бер тапҡыр ойошторорға тәҡдим итә. Был ваҡыт эсендә яңы быуын үҫеп сыға, төбәктәрҙә яңы үҫеш тенденциялары барлыҡҡа килә. 2021-2022 йылдарҙа донъяның 80 илендә халыҡ иҫәбен алыу уҙғарыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас