Татьяна Голикованың эшләмәй торған көндәр индереү тәҡдименә рәсәйлеләр көньяҡ йүнәлештәргә билет алыу менән яуап бирҙе. Эшләмәгән көндәр тураһында иғлан ителгәндән һуң сит илгә путевкалар алыу 30 процентҡа артҡан. Ҡайһы бер операторҙар Төркиәгә путевкалар һатыуы ике тапҡырға артҡан, тип билдәләй. Күп кенә кеше Сочи отелдәренә һәм ҡунаҡханаларына юлланырға ҡара иткән.