«Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте— бер кем тарафынан да ойошторолмаған һәм ҡеүәтләнмәгән халыҡ көсө. Ул һәр саҡ булған. Туҡһанынсы йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының йыйындары уҙҙы, әммә төньяҡ-көнбайышта был хәрәкәт һүлпән ине. А.З.Әсфәндиәровтың китаптары сығыуы беҙҙе «Башҡорт ырыуҙары тарихы» күп томлы хеҙмәтте сығарыуға этәрҙе. Яңы быуаттың унынсы йылдарында иһә төньяҡ башҡорттары үҙ йыйындарын ойоштора башланы: Уран ырыуы, Гирәй ырыуы, Унлар ырыуы йыйындары үтте. Былар барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп ебәргән ирекмәндәр башланғысы. Быйыл үткән башҡорт ырыуҙары йыйындары һәм Туймазылағы төп ҡор—кәм тигәндә утыҙ йыллыҡ эштең тейешле һөҙөмтәһе», — тип билдәләне тарихсы һәм журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин.