+12 °С
Облачно
Общество
24 Сентября 2021, 12:45

Бүздәктең үҙ баҫмаһы булды

Бөгөн, 24 сентябрҙә Бүздәк районының мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияның исем туйы уҙҙы. Бүздәк районы тураһында киң күләмле белешмә «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан «Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә әҙерләнде.

Бөгөн, 24 сентябрҙә Бүздәк районының мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияның исем туйы уҙҙы. Бүздәк районы тураһында киң күләмле белешмә «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан «Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә әҙерләнде.

Китапты йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү тантанаһын Бүздәк районы хакимиәте ойошторған.
«Бүздәк районы- беҙҙең тыуған яғыбыҙ, яҙыусы һәм шағирҙар, композиторҙар һәм рәссамдар, педагогтар һәм табиптар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бай төбәк. Бик күп һәләтле, талантлы шәхестәр үҙен ошо Бүздәк еренән сыҡҡан», — тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов.
Хакимиәт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы тарихсыларҙы һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе баҫманы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән билдәләп үтте. Сараны Бүздәк районының ижади коллективтары сығыштары биҙәне.

Китаптың исем туйында «Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов, энциклопедияның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, «Без башкортлар» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев, мировой судья, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Әндәрйәнов ҡатнашты.

«Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов республика энциклопедистикаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, төбәк энциклопедистикаһы 90-сы йылдар башында үҫешә башлай. 1996 йылда башҡорт телендәге тәүге энциклопедия баҫылып сыға. Әле ойошма иҫәбендә 36 томдан торған 24 энциклопедия, «Башҡорт энциклопедияһы»- Рәсәй энциклопедистикаһы лидеры. Уйылдан Сәйетов Бүздәк районы халҡына, эшсе төркөмгә рәхмәтен еткерҙе. Бүздәк районы энциклопедияһы 580 биттән тора, Туймазы районыныҡы −620 битлек, тине ул.

Энциклопедия тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төрлө яҡлы эштәрен үҙ эсенә алған. Хәҙер тыуған яғы менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кеше баҫманан Бүздәк районының тарихы, арҙаҡлы кешеләре хаҡында белә ала.

Ҡатнашыусылар алдында тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин, «Без башҡортлар» ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов китап өҫтөндә эшләгән әүҙем белгестәргә Ҡоролтай бүләктәрен тапшырҙы.

Баҫма ике өлөштән тора. Беренсеһе монографик тасуирламанан ғибәрәт, ул райондың географияһына, тарихына, мәғрифәтенә, мәҙәниәтенә, башҡорт ырыуҙарына бағышлана. Инеш мәҡәләлә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән. Икенсе өлөш алфавит тәртибендә ҡоролған, унда тораҡ пунктар, башҡорт ырыуҙары, ер-һыу атамалары, ҡаҙылма байлыҡтар, археология ҡомартҡылары, сәнәғәт объектары, сәнғәт коллективтары, төньяҡ-көнбайыш диалект үҙенсәлектәре тураһында материалдар һайланған. Биографик мәҡәләләрҙә райондың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында белешмәләр бар.

Баҫма тураһындағы фекере менән хеҙмәт ветераны Данил Туҡтамышев бүлеште.
«Бүздәк районының мәҙәни тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды: ниһәйәт, район тарихы бер тупланмаға баҫылды. Был район халҡы, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, тыуған яҡтың патриотттары һәм энциклопедияны әҙерләгән авторҙар төркөмө өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде.

Район энциклопедияһы шуныһы менән үҙенсәлекле: ул ҡунаҡ китабы рәүешендә төҙөлгән һәм райондың ысын мәғәнәһендә визит карточкаһы тип һанала ала. Бында тарих бар сағыулығында, шәхестәрҙең һүрәтләмәләре аша килеп баҫа.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас