Ошо көндәрҙә Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин коронавирусҡа ҡаршы ревакцинация яһатты. Ул «СпутникЛайт» вакцинаны һайлаған. Был хаҡта медицина учреждениеһының рәсми төркөмөндә хәбәр иттеләр. Зәбир Ғиздәтуллин тәүге тапҡыр быйыл февралдә вакцинацияланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәренә таянып, ул ярты йылдан һуң ревакцинацияға яҙылған. Прививканан һуң дауахана етәксеһе үҙен яҡшы тоя.