Туймазыла ремонттан һуң "Олимпиец" спорт комплексында бассейн эшләй башланы
Беренсе ҡаттың фойеһында спорт дәрестәре теҙмәһе һәм учреждениеның фотоархивы булған сенсор мәғлүмәт таблоһы ҡуйылған. Бассейнда һыу биреү системаһын яңырттылар, һыуҙы таҙартыу фильтрҙары, хлора биреү һәм һыу температураһын контролдә тотоу менән идара итеү блоктары алмаштырылды. Сантехниканы алмаштырҙылар.