+19 °С
Облачно
Общество
26 Августа 2021, 05:37

Радий Хәбиров һәм Анатолий Сердюков йәш һөнәрмәндәр паркы менән танышты

Бында пилотһыҙ осоусы вертолеттар һәм аэротаксиҙар етештерәсәктәр.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков ярыштар буласаҡ “Йәш һөнәрмәндәр” паркы менән танышты.

Комплекс майҙандарының береһе – “Геоскан” компанияһы төркөмөнөң стенды, уны Башҡортостанда быйыл асҡайнылар. “Геоскан-Уфа” предприятиеһы республикабыҙҙың авиация кластерының өлөшө буласаҡ. Бында пилотһыҙ осоусы вертолеттар һәм аэротаксиҙар етештерәсәктәр. Киләсәктә компания яңы айырым иҡтисади зона резиденты буласаҡ. Әйткәндәй, был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә анонс рәүешендә телгә алғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетының стендын ҡараны. Анатолий Сердюков, ғөмүмән, ҙур эштәр башҡарылыуын маҡтап телгә алды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

 

Радий Хәбиров һәм Анатолий Сердюков йәш һөнәрмәндәр паркы менән танышты
Радий Хәбиров һәм Анатолий Сердюков йәш һөнәрмәндәр паркы менән танышты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас